МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Видеояҙмалар ярҙамында өйрәт
Видеояҙмалар, рәсемдәр, таблицалар һәм карталар Изге Яҙма өйрәнеүен ҡыҙығыраҡ итә, материалды аңларға һәм иҫтә ҡалдырырға ярҙам итә. Йәһүә лә, Бөйөк нәсихәтсебеҙ, мөһим берәй нәмәгә өйрәтергә теләгәндә, күргәҙмә әсбаптар ҡулланған (Бш 15:5; Ир 18:1—6). Ғайса Мәсих тә, Бөйөк Остаз, шул өйрәтеү ысулын ҡулланған (Мт 18:2—6; 22:19—21). Һуңғы йылдарҙа күргәҙмә әсбаптар араһында иң уңышлыһы видеояҙмалар булып сыҡты. Өйрәткән саҡта һин видеояҙмаларҙы ҡулланаһыңмы?
Бөгөнгө көндә Изге Яҙманың төрлө хәҡиҡәттәрен аңлатҡан 10 видеояҙма бар. Видеояҙманың исеме уны ниндәй теманы өйрәнгәндә ҡарарға һәм фекер алышырға була икәнен күрһәтә. Бынан тыш өйрәтеү ҡоралдарыбыҙ араһында булған өйрәнеү өсөн төрлө баҫмаларға ла видеояҙмалар бар.
Бәлки, һин өйрәнеүсе менән, уға аңлауы ауыр булған берәй тема буйынса фекер алышаһыңдыр. Йә өйрәнеүсеңә берәй һынау аша үтергә тура киләлер. Шундай саҡтарҙа JW Library® ҡушымтаһында йә телевидениебыҙҙа тура килгән видеояҙманы эҙләп тап. Шул видеояҙманы өйрәнеүсең менән ҡара һәм уның буйынса фекер алыш.
Ай һайын яңы видеояҙмалар сығып тора. Уларҙы ҡараған саҡта уны өйрәтеүҙә нисек ҡуллана алыуың хаҡында уйлан.