РИМДАРҒА 12—14
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Мәсихселәргә хас яратыуҙы нисек күрһәтергә
12:10, 17—21
Беҙҙе үпкәләтһәләр, мәсихселәргә хас яратыу, кешене кисереүҙән һәм үс алмауҙан күберәкте эшләргә дәртләндерер. Римдарға 12:20-лә былай тиелә: «Дошманың ас булһа, тамағын туйҙыр, һыуһаған булһа, һыуһынын ҡандыр. Был изгелекте ҡылып, һин уны шул тиклем оялтасаҡһың, оятынан „янып үлерҙәй“ буласаҡ». Беҙҙең менән насар мөғәмәлә иткән кешегә игелек күрһәтһәк, ул беҙгә яманлыҡ ҡылғаны өсөн ысын күңелдән үкенергә мөмкин.
Һин кемделер үҙең да абайламаҫтан үпкәләткәс, ул кеше артабан да һиңә игелек күрһәткәндә, нимә тойҙоң?