16—22 март
БАШЛАНМЫШ 25, 26
18-се йыр һәм доға
Рәйестең баш һүҙе (1 мин)
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
«Ғаяз баш бала хоҡуғын һата» (10 мин)
Бш 25:27, 28. Ғаяз менән Яҡуп игеҙәк булһа ла, уларҙың холоҡтары һәм ҡыҙыҡһыныуҙары төрлө булған (it-U «Иаков», № 1, 3 абз.).
Бш 25:29, 30. Асыҡҡан һәм арыған Ғаяз тотанаҡлығын юғалта.
Бш 25:31—34. Ғаяз баш бала хоҡуғын ҡәҙерләмәй һәм бер тәрилкә ашҡа алмаштыра (w19.02 16 б., 11 абз.; it-U «Первенец», 2 абз.).
Рухи ынйыларҙы эҙләп табабыҙ (10 мин)
Бш 25:31—34. Ни өсөн ошо өҙөк Мәсихкә алып барған шәжәрә боронғо Израилдә баш бала хоҡуғы менән тығыҙ бәйле икәнен иҫбатламай? (Ев 12:16; w17.12 15 б., 5—7 абз.).
Бш 26:7. Ни өсөн ошо осраҡта Исхаҡ дөрөҫөн әйтеп бөтөрмәгән? (it-U «Ложь», 7 абз.).
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ Йәһүә Аллаға, вәғәз эшенә йә башҡа нәмәгә ҡағылышлы ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
Изге Яҙманы уҡыу (4 мин йә әҙерәк): Бш 26:1—18 (th 5-се дәрес)
ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ
Икенсе һөйләшеү (видеояҙма) (5 мин). Фекер алышыу. Видеояҙманы күрһәт һәм тыңлаусыларға ошо һорауҙарҙы бир: кеше һорауға тулы яуап бирмәһә, уны уңайһыҙ хәлдә ҡалдырмаҫ өсөн, нисек эш итергә? Вәғәзсе Яхъя 17:3 нигеҙендә нисек фекер алышты?
Икенсе һөйләшеү (4 мин йә әҙерәк): һөйләшеү планын ҡуллан (th 3-сө дәрес).
Икенсе һөйләшеү (4 мин йә әҙерәк): һөйләшеү планын ҡуллан. Өйрәнеү өсөн төп баҫмалағы фекерҙәрҙе ҡарап сыҡ (th 15-се дәрес).
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Брошюра (fg) буйынса өйрәнеү үткәргәндә видеояҙмаларҙы ҡуллан (15 мин). Фекер алышыу. «Кеше үлгәс, уның менән нимә була?» һәм «Ни өсөн Алла ғазаптарға юл ҡуя?» тигән видеояҙмаларҙы күрһәт. Видеояҙмаларҙың һәр береһен ҡарағандан һуң тыңлаусыларыңа ошо һорауҙарҙы бир: ошо видеояҙманы брошюра ярҙамында өйрәнеү үткәргәндә нисек ҡулланып була? (mwb19.03 7 б.). Видеояҙмалағы ниндәй фекерҙәр һәм миҫалдар һеҙгә кешеләрҙе хәҡиҡәткә өйрәтергә ярҙам итә? Брошюраның электрон форматында видеояҙмаларға һылтанмалар килтерелә. Быны тыңлаусыларыңдың иҫенә төшөр.
Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү (30 мин): bhs 18-се бүлек, 14—22 абз.
Йомғаҡлау һүҙе (3 мин йә әҙерәк)
50-се йыр һәм доға