Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Һуҡырҙарға вәғәзләйбеҙ

Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Һуҡырҙарға вәғәзләйбеҙ

НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Күп һуҡырҙар таныш булмаған кешеләрҙән ҡурҡыңҡырай. Шуға күрә уларға вәғәзләр өсөн айырым оҫталыҡ талап ителә. Йәһүәнең ҡанундары һуҡыр кешеләргә ҡарата яратыу сағылдыра (Лв 19:14). Йәһүәнән үрнәк алып беҙ ҙә ҙур теләк менән шундай кешеләр хаҡында ҡайғыртып, уларға рухи яҡтан ярҙам итә алабыҙ.

ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:

  • Һуҡырҙарҙы эҙләп «табығыҙ» (Мт 10:11). Таныштарыңдың туғандары араһында һуҡыр кешеләр бармы? Йыйылыш территорияһында һуҡырҙар өсөн мәктәп, ололар йорто йә башҡа берәй йәмәғәт йорто бармы?

  • Шәхси ҡыҙыҡһыныу күрһәт. Үҙеңде дуҫтарса тотһаң һәм эскерһеҙ ҡыҙыҡһынһаң, һуҡыр кешегә һөйләшеү еңелерәк булыр. Үҙегеҙ йәшәгән ерҙә ҡыҙыҡлы булған инеш һүҙҙәр һайла.

  • Рухи ярҙам күрһәт. Һуҡырҙар һәм насар күргән кешеләр өсөн ойошмабыҙ төрлө форматта әҙәбиәт сығара. Хеҙмәт күҙәтеүсеһе заказ биреү бланкында шул кеше өсөн кәрәкле формат билдәләнгәнме, юҡмы икәнен тикшерергә тейеш.