БАШЛАНМЫШ 29, 30
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Яҡуп өйләнә
29:18—28
Яҡуп үҙенең ғаилә тормошо ни тиклем ауыр булырын күҙ алдына ла килтерә алмағандыр. Ҡатындары Рәхилә һәм Лиә бер-береһе менән гел дә ярышҡан (Бш 29:32; 30:1, 8). Әммә никахтағы ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Яҡуп Йәһүәнең ярҙамын тойған (Бш 30:29, 30, 43). Һөҙөмтәлә уның тоҡомдары Израиль халҡы булып киткән (Рф 4:11).
Никахҡа ингәндәрҙең барыһын да ауырлыҡтар көтә (1Кр 7:28). Шуға ҡарамаҫтан ир менән ҡатын тулыһынса Йәһүәгә таянһа һәм Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланһа ғаиләләре ныҡ һәм бәхетле булыр (Ғһ 3:5, 6; Еф 5:33).