Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Күрһәткән яратыуың өсөн Йәһүәгә рәхмәтлебеҙ

Күрһәткән яратыуың өсөн Йәһүәгә рәхмәтлебеҙ

Фессалоника ҡалаһында йәшәгән мәсихселәр, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, имандаштарына эштәре менән яратыу күрһәткән (2Фс 1:3, 4). Бөгөн дә Йәһүәнең халҡы бөтә донъя буйынса йәшәгән ҡәрҙәштәренә ҡарата шундай уҡ яратыу сағылдыра. jw.org сайтындағы «Һеҙҙең иғәнәләр нимәгә тотонола?» тигән рубрикалағы мәҡәләләрҙән күренеүенсә, биргән иғәнәләрең ошо ауыр ваҡыттарҙа ҡәрҙәштәргә ярҙам итә. Яратыуың һәм йомартлығың өсөн ҙур рәхмәт һиңә!

«БЕҘ „АЛЛАҒА ҺЕҘҘЕҢ ӨСӨН ҺӘР ВАҠЫТ“ РӘХМӘТТӘР ӘЙТӘБЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

• Иғәнәләребеҙ нимәгә тотонола?

• Мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәребеҙгә матди яҡтан нисек ярҙам итеп була? (jw.org сайтында «Берәүҙәрҙең муллығы икенселәрҙең ихтыяжын ҡаплай» тигән мәҡәләне ҡара.)