МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Вәғәз осрашыуы өсөн кәңәштәр
Йәһүә вәғәз осрашыуҙарының, башҡа осрашыуҙарҙың кеүек, беҙҙе яратыуға һәм яҡшы эштәргә дәртләндереүен теләй (Евр 10:24, 25). Был осрашыу 5—7 минут дауам итә (әгәр ул икенсе осрашыуҙан һуң үткәрелгән булһа, тағы ла ҡыҫҡараҡ булырға тейеш). Шул ваҡыт эсендә осрашыуҙы үткәргән ҡәрҙәш вәғәзселәрҙе парлап йә төркөмләп бүлергә, участкалар бирергә һәм доға ҡылырға тейеш. Осрашыуҙы үткәреүсегә вәғәзселәр шунда уҡ ҡуллана алған материал әҙерләргә кәрәк. Мәҫәлән, шәмбе көнө үткәрелгән вәғәз осрашыуына килгән ҡәрҙәштәрҙең күбеһе һуңғы тапҡыр бер аҙна элек вәғәзләгән. Шуға күрә, бәлки, иң яҡшыһы — нисек әңгәмә ҡороп булғаны хаҡында һөйләшеү. Осрашыуҙы үткәргән ҡәрҙәш тағы ла ниндәй темаларҙы ҡарап сыға ала?
-
Эш дәфтәрендәге һөйләшеүҙәр планы.
-
Һуңғы ваҡиғаны йә яңылыҡты иҫәпкә алып, нисек һөйләшеү башларға.
-
Территорияғыҙҙа киң таралған ҡаршы төшөүгә нисек яуап бирергә.
-
Атеист, эволюцияға ышанған кеше, икенсе телдә һөйләшкән йә территориябыҙға хас булмаған динде тотҡан кеше менән нисек һөйләшергә.
-
jw.org сайтының, JW Library ҡушымтаһының йә Изге Яҙманың функциялары менән нисек ҡулланырға.
-
Өйрәтеү ҡоралдарын нисек ҡулланырға.
-
Хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнашырға өйрәнеү (мәҫәлән, телефон аша вәғәзләү, хаттар яҙыу, стенд менән хеҙмәт итеү, ҡабат килеп китеүҙәр яһау, өйрәнеү үткәреү).
-
Вәғәздә һаҡ булыу, ыңғай ҡараш һаҡлау, яраҡлаша белеү, ипле итеп һөйләшеү кеүек темаларға фекер алышыу.
-
«Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт» тигән брошюранан дәрес йә видеояҙма.
-
Нисек яҡшы хеҙмәттәш булырға.
-
Берәй ҡыҙыҡлы осраҡты йә Изге Яҙманан вәғәз менән бәйле берәй аятты ҡарап сығыу.