Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Был донъяның ахырын ныҡлы ышаныс менән көт

Был донъяның ахырын ныҡлы ышаныс менән көт

Йәһүәнең түҙемлеге сикле һәм тиҙҙән ул был яуыз донъяны юҡ итәсәк. Ялған дин дә юҡҡа сығасаҡ. Шунан халыҡтар берләшмәһе Алла халҡына һөжүм итәсәк һәм Йәһүә Армагеддон һуғышы ваҡытында яуыз кешеләрҙе юҡ итәсәк. Мәсихселәр был мөһим ваҡиғаларҙы түҙемһеҙлек менән көтә.

Әлбиттә, беҙ ҙур афәткә бәйле бөтә ентеклектәрҙе белмәйбеҙ, мәҫәлән, беҙгә уның ҡасан башланасағы, йәғни теүәл датаһы билдәле түгел. Шулай уҡ сәйәси көстәрҙең ялған дингә ташланыр өсөн ниндәй сәбәп табасағы ла билдәһеҙ. Беҙ халыҡтар берләшмәһенең Алла халҡына һөжүм итеүе күпме дауам итәсәген һәм был һөжүмдең ниндәй буласағын да белмәйбеҙ. Беҙгә, Армагеддон һуғышы ваҡытында яуыз кешеләрҙе юҡ итер өсөн, Йәһүәнең ниндәй көстәр ҡулланасағы ла билдәле түгел.

Шулай ҙа, киләсәккә ышаныс һәм ҡыйыулыҡ менән ҡарар өсөн, Изге Яҙма беҙгә бөтә кәрәкле мәғлүмәтте бирә. Мәҫәлән, беҙ «ахырызаман» ваҡытында йәшәгәнебеҙҙе беләбеҙ (2Тм 3:1). Шулай уҡ хаҡ дин юҡ ителмәһен өсөн ялған дингә һөжүм «ҡыҫҡартыласаҡ» икәне билдәле (Мт 24:22). Беҙ Йәһүәнең үҙ халҡын ҡотҡарасағын да беләбеҙ (2Пт 2:9). Ул Ғайса Мәсихкә яуыздарға ҡарата хөкөм ҡарарын тормошҡа ашырырға һәм Армагеддон һуғышы ваҡытында бихисап күп халыҡтың ғүмерен һаҡлап ҡалырға ҡушҡан. Ғайса иһә ғәҙел дә һәм уның беҙҙе ҡотҡарыр өсөн көсө лә етерлек (Ас 19:11, 15, 16).

Ҙур афәт ваҡытында «кешеләр ҡурҡыштарынан аңдарын юғалтыр». Әммә беҙ үҙебеҙҙе башҡаса тоторбоҙ. Беҙ Йәһүәнең элек үҙ халҡын нисек ҡотҡарғанын һәм киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен беләбеҙ. Был хаҡта уйланыу шул ауыр ваҡыттарҙа беҙгә ярҙам итер. Беҙ, турайып баҫып, баштарыбыҙҙы күтәрербеҙ, сөнки ҡотолоуыбыҙҙың яҡынлашыуына ышанысыбыҙ ныҡ булыр (Лк 21:26, 28).