МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Эҙәрләүҙәргә дусар булғанда, шатлан
Мәсихселәр өсөн эҙәрләүҙәр көтөлмәгән хәл түгел (Ях 15:20). Әлбиттә, эҙәрләүҙәргә дусар булғанда, беҙ борсолабыҙ һәм ғазапланабыҙ. Әммә шундай саҡтарҙа шатлыҡ та кисереп була (Мт 5:10—12; 1Пт 2:19, 20).
«ҺӘР ТӨРЛӨ ШАРТТАРҘА ШАТЛАНАБЫҘ. ЭҘӘРЛӘҮҘӘР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Беҙ Баженов ағай-ҡәрҙәштән ошо мөһим өлкәләрҙә нимәгә өйрәнәбеҙ?
-
Изге Яҙманы көн һайын уҡыу.
-
Ҡәрҙәштәрҙең ярҙамын алыу a.
-
Һәр ваҡыт доға ҡылыу.
-
Батшалыҡ йырҙарын йырлау.
-
Иманыбыҙ тураһында башҡаларға һөйләү.
a Беҙ төрмәлә ултырған ҡәрҙәштәр өсөн доға ҡыла алабыҙ, хатта уларҙың исемдәрен дә телгә алып була. Ә хаттар тураһында әйткәндә, филиал ундай ҡәрҙәштәргә шәхси хаттар ебәрмәй.