МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Эштәрҙе һуңға ҡалдырмаҫҡа нимә ярҙам итер?
Йәһүә Яхыйға Ахаб батшаның нәҫелен юҡ итергә ҡушҡас, Яхый: «Ваҡытым күп әле. Шунан эшләрмен, өлгөрөрөмөн әле», — тип уйламаған (2Бат 9:6, 7, 16). Бөгөн ҡайһы берәүҙәр былай тип әйтә: «Бер-ике йылдан һуң һыуға сумдырылырмын»; «Оҙаҡламай Изге Яҙманы көн дә уҡый башлармын, тип өмөтләнәм»; «Яҡшы эш тапҡас, пионер хеҙмәтен башлармын». Изге Яҙма беҙгә Йәһүәгә табыныу менән бәйле эштәрҙе һуңға ҡалдырмаҫҡа ярҙам итә.
Ошо аяттар мөһим эштәрҙе һуңға ҡалдырмаҫҡа нисек ярҙам итә ала?
-
Вғ 5:4
-
Вғ 11:4
-
1Кр 7:29—31