Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәһүә доғаларыбыҙҙы бик ҡәҙерләй

Йәһүә доғаларыбыҙҙы бик ҡәҙерләй

Аллаға яраҡлы доғалар ғибәҙәтханала Йәһүә алдында көн дә яндырылған хуш еҫле фимиамға оҡшаш (Зәб 141:2). Доғала күктәге Атабыҙҙы яратҡаныбыҙҙы, уға ни тиклем рәхмәтле булғаныбыҙҙы әйткәндә, шулай уҡ борсолоуҙарыбыҙҙы һәм теләктәребеҙҙе белдергәндә, унан кәңәштәр һорағанда, беҙ уның менән дуҫлығыбыҙҙы ҡәҙерләгәнебеҙҙе күрһәтәбеҙ. Йыйылыш осрашыуҙарында бөтә ҡәрҙәштәр алдында яңғыраған ҡыҫҡа доғалар Йәһүәгә табыныуыбыҙҙың мөһим өлөшө булып тора. Әммә Йәһүә күңел түрҙәренән ағылған, оҙаҡ итеп ҡылынған шәхси доғаларыбыҙҙы ла бик ҡәҙерләй (Ғһ 15:8).

«МИН ДОҒАҺЫҘ ЙӘШӘЙ АЛМАЙЫМ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Джонсон ҡәрҙәш Йәһүәнең ойошмаһында ниндәй йөкләмәләр үтәгән?

  • Доға Джонсон ҡәрҙәшкә Йәһүәгә таянырға нисек ярҙам иткән?

  • Джонсон ҡәрҙәштең өлгөһө һине нимәгә өйрәтә?