Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

Аяуһыҙ һәм дан яратҡан ҡатын яза алған

Аяуһыҙ һәм дан яратҡан ҡатын яза алған

Аталия, Йәһүҙәнең идарасыһы булып китер өсөн, батшаның балаларын үлтергән (2Бат 11:1; it-U «Гофолия», № 1, 2 абз.; «„Бөтөн Ахаб йорто һәләк булһын“ (2Бат 9:8)» тигән таблицаны ҡара).

Йәһәшәбә Йәһүәште йәшергән. Йәһүәш берҙән-бер иҫән ҡалған батша улы булған (2Бат 11:2, 3).

Баш рухани Йодай Йәһүәште батша итеп иғлан иткән һәм Аталияны, күрәһең, Ахаб тоҡомонан булған һуңғы кешене, үлтерергә бойорған (2 Бат 11:12—16; it-U «Гофолия», № 1, 3 абз.).

УЙЛАНЫУ ӨСӨН: «Ошо хикәйә Ғибрәтле һүҙҙәр 11:21 һәм Вәғәзсе 8:12, 13-тәге һүҙҙәрҙе нисек раҫлай?»