АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
«Бөтөн Ахаб йорто һәләк булһын» (2Бат 9:8)
ЙӘҺҮҘӘ БАТШАЛЫҒЫ
Иосафат идара итә.
Б. Э. Т. яҡ. 911: Иорам (Иосафаттың улы, Ахаб менән Иезавель ҡыҙының — Аталияның ире) батша булып китә.
Б. Э. Т. яҡ. 906: Ахазыя (Ахаб менән Иезавелдең ейәне) батша булып китә.
Б. Э. Т. яҡ. 905: Аталия батшаның балаларын үлтерә һәм хакимлыҡты үҙ ҡулына ала. Ейәне Йәһүәш кенә иҫән ҡала, уны баш рухани Йодай йәшерә (2Бат 11:1—3).
Б. Э. Т. 898: Йәһүәш батша булып китә. Баш рухани Йодайҙың бойороғо буйынса, Аталия батшабикәне үлтерәләр (2Бат 11:4—16).
ИЗРАИЛЬ БАТШАЛЫҒЫ
Б. Э. Т. яҡ. 920: Ахазыя (Ахаб менән Иезавелдең улы) батша булып китә.
Б. Э. Т. яҡ. 917: Иорам (Ахаб менән Иезавелдың улы) батша булып китә.
Б. Э. Т. яҡ. 905: Яхый Израиль батшаһы Иорамды, уның ағай-ҡустыларын, әсәһе Иезавелды, шулай уҡ Йәһүҙә батшаһы Ахазыяны һәм уның ағай-ҡустыларын үлтерә (2Бат 9:14—10:17).
Б. Э. Т. яҡ. 904: Яхый батша булып идара итә башлай.