АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
Бөтә күңелеңде һалып эшләһәң, мул фатиха урырһың
Елисей Йәһүәш батшаға, билдәле бер эш-хәрәкәттәр эшләп, Израилдең Сүриә ғәскәрен нисек тар-мар итәсәген күрһәтергә ҡушҡан (2Бат 13:15—18).
Йәһүәш ашҡынып һәм бөтә күңелен һалып эш итмәгәнгә, өлөшләтә генә еңеү яулаған (2Бат 13:19; w10-TAT 15/4 26 б., 11 абз.).
Йәһүә үҙен ныҡышмалылыҡ менән эҙләгән хеҙмәтселәрен мул итеп фатихалай (Ев 11:6; w13-TAT 1/11 11 б., 5, 6 абз.).
ҮҘЕҢДӘН ҺОРА: «Изге Яҙманы уҡыу, йыйылыш осрашыуҙарына йөрөү, хеҙмәттә ҡатнашыу тураһында әйткәндә, мин быларҙың барыһын исем өсөн генә түгел, ә ысын күңелдән эшләгәнемде нисек күрһәтә алам?»