МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО
Йәһүә тырыш хеҙмәтеңде онотмаҫ
Башҡалар өсөн берәй нәмә эшләгәндә, улар быны ҡәҙерләмәй һәм хатта онота кеүек тойолорға мөмкин. Ә Йәһүә тураһында нимә әйтеп була? Беҙҙең рәхмәтле Аллабыҙ ихлас күңелдән башҡарған тырыш хеҙмәтебеҙҙе бер ҡасан да онотмай. Хатта һаулыҡ менән бәйле ауырлыҡтар арҡаһында элеккесә күпте эшләй алмаһаҡ та, ул беҙҙе ҡалдырмай (Ев 6:10).
«ЙӘҺҮӘ ҺИС ТӘ ОНОТМАЙ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Нисек Хибшман ҡәрҙәш хеҙмәттең төрлө төрҙәрендә ҡатнашҡан?
-
Хибшман ағай-ҡәрҙәштең ҡатыны үлгәс һәм олоғайғанға күрә көсө кәмегәс, Йәһүәнең уны онотмағаны нимәнән күренә?
-
Ни өсөн, күп йылдар буйы тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан Хибшман ҡәрҙәштең ғүмер юлы ҡыҙыҡлы, бәхетле һәм мәғәнәле булған, тип әйтеп була? (Ғһ 10:22)