Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Уй-фекерҙәрҙә саф бул

Уй-фекерҙәрҙә саф бул

Аллаға тоғро булыуыбыҙҙы эштәрҙә һәм һүҙҙәрҙә генә түгел, ә уй-фекерҙәрҙә лә сафлыҡ һаҡлап күрһәтәбеҙ (Зәб 19:14). Шуға күрә Изге Яҙма уйҙарыбыҙҙы «хәҡиҡәткә, ихтирамға, ғәҙеллеккә, сафлыҡҡа, мөхәббәткә, һоҡланыуға, ҡыҫҡаһы, әҙәпкә һәм маҡтауға лайыҡлы эштәргә» йүнәлтергә өндәй (Фп 4:8). Әлбиттә, ваҡыт-ваҡыт беҙҙә насар уйҙар тыуырға мөмкин. Әммә тотанаҡлыҡ беҙгә уларҙан арынырға һәм Йәһүә күҙендә дөрөҫ булған уйҙар менән алмаштырырға ярҙам итә. Саф уй-фекерҙәр саф эштәргә килтерер (Мк 7:21—23).

Һәр аяттың аҫтына ниндәй уйҙарҙан ҡасырға кәрәклеген яҙып ҡуй:

Рм 12:3

Лк 12:15

Мф 5:28

Фп 3:13