Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

Ни өсөн Элифаз ялған йыуатыусы булған?

Ни өсөн Элифаз ялған йыуатыусы булған?

Элифаз Әйүпкә, кеше Алла хуплауын ала алмай, тигән (Әп 15:14—16; w05-TAT 1/12 30 б., 4, 5 абз.).

Элифаздың тел төбөндә, Әйүп яуыз эштәре арҡаһында яфалана, тигән фекер ятҡан (Әп 15:20).

Элифаздың һүҙҙәре Әйүпте һис тә йыуатмаған (Әп 16:1, 2).

Элифаздың Әйүпкә әйткән һүҙҙәре ялған булған. Ысынында Йәһүә хеҙмәттә һалған бөтә тырышлыҡтарыбыҙҙы ла ҡәҙерләй (Зәб 149:4). Ауырлыҡтар менән бөтә кешеләр ҙә, шул иҫәптән тәҡүәләр ҙә осраша (Зәб 34:19).

УЙЛАНЫУ ӨСӨН ҺОРАУ: беҙ нисек бойоҡҡандарҙы йыуата алабыҙ? (1Фс 5:14; w15-TAT 15/2 9 б., 16 абз.).