Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы Йәһүәне һөйөндөрөргә өйрәтегеҙ

Ата-әсәләр, балаларығыҙҙы Йәһүәне һөйөндөрөргә өйрәтегеҙ

Йәһүә үҙенең йәш хеҙмәтселәрен бик ҡәҙерләй. Ул йәштәрҙең рухи үҫешенә, сыҙамлығына һәм тоғро ҡалыуҙарына иғтибар итә (1См 2:26; Лк 2:52). Балалар, бәләкәй генә булһалар ҙа, Йәһүәне яҡшы тәртиптәре менән һөйөндөрә ала (Ғһ 27:11). Үҙенең ойошмаһы аша Йәһүә ата-әсәләргә бик яҡшы рухи ҡоралдар бирә. Улар ярҙамында ата-әсәләр балаларын Йәһүәне яратырға һәм тыңларға өйрәтә ала.

«ЙӘШТӘР, СЫҘАМЛЫҒЫҒЫҘ ЙӘҺҮӘНЕ ҺӨЙӨНДӨРӘ!» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Уҙған йылдарҙа Йәһүә балаларға рухи яҡтан үҫергә нисек ярҙам иткән?

  • Ата-әсәләр хәҙер ниндәй рухи ҡоралдар ҡуллана ала?

  • Балаларға һорау: был рухи ҡоралдарҙың ҡайһыһы шәхсән һиңә ярҙам итә һәм нисек?