Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Бирәсәк иғәнәләреңде алдан әҙерләп ҡуяһыңмы?

Бирәсәк иғәнәләреңде алдан әҙерләп ҡуяһыңмы?

Беҙ иғәнәләргә, бирһәм — бирермен, бирмәһәм — юҡ, тип ҡарарға тейеш түгел. Бының урынына, илсе Павел кәңәш иткәнсә, беҙҙең һәр бербеҙ, мөмкинлегенә ҡарап, иғәнә өсөн даими рәүештә аҡса айырып ҡуя ала (1Кр 16:2). Был кәңәш буйынса эш итһәк, беҙ саф ғибәҙәткә булышлыҡ итербеҙ һәм шатлыҡ кисерербеҙ. Иғәнәләребеҙ әҙ булып тойолһа ла, Йәһүә Ғибрәтле һүҙҙәр 3:9-ҙа яҙылғандар буйынса эш итеүебеҙҙе бик ҡәҙерләй. Ә унда былай тиелгән: «Йәһүәне данла: уға үҙеңдә булғандың иң яҡшыһын бир».

«ИҒӘНӘЛӘРЕГЕҘ ӨСӨН РӘХМӘТ ҺЕҘГӘ!» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Ни өсөн иғәнә биреүҙе алдан уҡ планлаштырыу яҡшы?

  • Ҡайһы берәүҙәр аҡсаларын иғәнә өсөн нисек айырып ҡуя?