18—24 ноябрь
ЗӘБУР 106, 107 [107, 108, ЯДТ]
7-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. «Йәһүәгә рәхмәттәр белдерегеҙ, сөнки ул игелекле»
(10 мин.)
Йәһүә, исраилдарҙы Бабилдан сығарған кеүек, беҙгә лә Шайтан донъяһынан сығырға ярҙам итте (Зәб 106:1, 2 [107:1, 2, ЯДТ]; Кл 1:13, 14).
Йәһүәгә рәхмәтле булыуыбыҙ уны йыйылыш осрашыуҙарында данларға дәртләндерә (Зәб 106:31, 32 [107:31, 32, ЯДТ]; w07-TAT 1/5 8 б., 2 абз.).
Йәһүәнең тоғро мөхәббәте тураһында тәрән уйланһаҡ, йөрәгебеҙҙә рәхмәт тойғоһо үҫер (Зәб 106:43 [107:43, ЯДТ]; w15-TAT 15/1 9 б., 4 абз.).
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
-
Зәб 107:10 [108:9, ЯДТ]. Ни өсөн Алла Муавты «йыуыныр ялшағы» менән сағыштырған? (it-2-U 68 б., 5 абз.).
-
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мк 6:14—29 (th 5-се дәрес).
4. Һөйләшеү башлағыҙ
(3 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ (lmd 1-се дәрес, 4-се пункт).
5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ
(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Кешегә Изге Яҙманы өйрәнеү курсы тураһында һөйлә һәм уға курстың визит карточкаһын бир (lmd 9-сы дәрес, 3-сө пункт).
6. Телмәр
(5 мин.) ijwyp 90. Тема: «Тиҫкәре уйҙарҙан нисек арынырға?» (th 14-се дәрес).
46-сы йыр
7. Йәһүәгә рәхмәтле булғанға, уға йырҙар йырлайбыҙ
(15 мин.). Фекер алышыу.
Йәһүә Ҡыҙыл диңгеҙ янында исраилдарҙы мысыр ғәскәренән ҡотҡарғас, улар рәхмәт йөҙөнән уның башҡарған эштәре тураһында йыр йырлаған (Сғ 15:1—19). Йырҙы беренсе булып ирҙәр йырлай башлаған (Сғ 15:21). Шулай уҡ Ғайса ла, беренсе быуаттағы мәсихселәр ҙә Аллаға маҡтау йырҙары йырлаған (Мф 26:30; Кл 3:16). Беҙ ҙә, йыйылыш осрашыуҙарында һәм конгрестарҙа йырҙар йырлап, Йәһүәгә рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Мәҫәлән, беҙ әле генә йырлап киткән «Рәхмәт, Йәһүә!» тигән йыр осрашыуҙарыбыҙҙа 1966 йылдан бирле йырлана.
Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә ирҙәр башҡалар алдында йырларға оялырға мөмкин. Ә кемдер үҙе хаҡында, матур йырлай белмәйем, тип уйлап, йырларға ҡыймай. Әммә беҙгә йырҙар йырлау Аллаға ғибәҙәт ҡылыуыбыҙҙың айырылғыһыҙ өлөшө икәнен иҫтә тоторға кәрәк. Йәһүәнең ойошмаһы, матур йырҙар сығарыр өсөн һәм һәр осрашыуға тура килгән йырҙар һайлар өсөн, күп тырышлыҡтар һала. Беҙгә инде ҡәрҙәштәребеҙ менән бергә, күктәге Атабыҙға эскерһеҙ яратыуыбыҙҙы һәм рәхмәттәребеҙҙе белдерер өсөн, бары тик йырларға ғына ҡала.
«Беҙҙең тарихыбыҙ: үҫеш юлы. Йырҙар — Алланың бүләге (2-се өлөш)» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:
-
1944 йылда ниндәй мөһим ваҡиға булған?
-
Советтар Союзында йәшәгән ҡәрҙәштәр Батшалыҡ йырҙарын ҡәҙерләгәндәрен нисек күрһәткән?
-
Ни өсөн Йәһүә шаһиттары өсөн йырҙар йырлау шул тиклем мөһим?
8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 18-се бүлек, 6—15 абз.