Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

23—29 декабрь

ЗӘБУР 118:121—176 [119:121—176, ЯДТ]

23—29 декабрь

31-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Кәрәкмәгән күңел әрнеүҙәренән нисек һаҡланырға?

(10 мин.)

Алланың әмерҙәрен яратығыҙ (Зәб 118:127 [119:127, ЯДТ]; w18.06 17 б., 5, 6 абз.).

Яуызлыҡты нәфрәт итегеҙ (Зәб 118:128 [119:128, ЯДТ]; w93-U 15/4 17 б., 12 абз.).

Йәһүәне тыңлағыҙ һәм «бер ҡатлы» кешеләрҙең хаталарынан һаҡланығыҙ (Зәб 118:130, 133 [119:130, 133, ЯДТ]; Ғһ 22:3).

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Йәһүәнең әмерҙәрен тағы ла нығыраҡ яратыр һәм яуызлыҡты тағы ла нығыраҡ нәфрәт итер өсөн, миңә ниндәй аҙымдар яһарға кәрәк?»

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 118:160 [119:160, ЯДТ]. Ошо аят буйынса, беҙгә нимәгә инанған булырға кәрәк? (w23.01 2 б., 2 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. (lmd 1-се дәрес, 5-се пункт).

5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(4 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Кешегә jw.org сайтында уны ҡыҙыҡһындыра алған мәғлүмәтте нисек табып булғанын күрһәт (lmd 8-се дәрес, 3-сө пункт).

6. Шәкерттәр әҙерләгеҙ

(5 мин.) Йыйылыш осрашыуҙарына даими рәүештә йөрөмәгән өйрәнеүсе менән һөйләшеү (lmd 12-се дәрес, 4-се пункт).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

121-се йыр

7. Аҡса тормошоғоҙҙа бер ҡасан да беренсе урында булмаһын

(15 мин.). Фекер алышыу.

Аҡса яратҡан кешеләр «үҙҙәрен күп михнәттәргә дусар иткән» (1Тм 6:9, 10). Аҡса тормошобоҙҙа иң мөһиме булып китһә, нимә буласағына бына бер нисә миҫал.

  • Беҙ Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡҡа эйә була алмаҫбыҙ (Мф 6:24).

  • Аҡсабыҙ күпме генә булһа ла, беҙгә һәр ваҡыт әҙ булыр (Вғ 5:9).

  • Беҙҙең алдау, урлау һәм хыянат итеү кеүек яман эштәр ҡылыу ҡотҡолары күбәйер (Ғһ 28:20). Шул ҡотҡоларға бирелһәк, ғәйеп тойғоһонан ғазапланырбыҙ, абруйыбыҙға тап төшөрөрбөҙ һәм Йәһүәнең илтифатын юғалтырбыҙ.

Тыңлаусыларыңдан Еврейҙарға 13:5-те уҡыуын һора һәм шунан ошо һорауҙы бир:

  • Аҡсаға ҡарата ниндәй ҡараш күңел әрнеүҙәренән һаҡланырға ярҙам итер һәм ни өсөн?

Аҡсаға ҡарата яратыуыбыҙ булмаһа ла, әгәр беҙ аҡыл менән уны ҡулланмаһаҡ, күңел әрнеүе кисерербеҙ.

«Аҡсаны нисек тотонорға?» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:

  • Ни өсөн бюджет төҙөргә кәрәк һәм быны нисек эшләргә?

  • Ни өсөн аҡсаның бер өлөшөн йыйып барыу яҡшы булыр ине?

  • Ни өсөн кәрәкһеҙ бурыстарҙан һаҡланыу аҡыллы?

8. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 101-се йыр һәм доға