Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Инеш һүҙҙәр

Инеш һүҙҙәр

«РУХИ ДОНЪЯНЫ ТАСУИРЛАҒАН ИЛАҺИ КҮРЕНЕШТӘР» тигән брошюра

Һора: Һеҙ күктәр, йәғни рухи донъя тураһында берәй нәмә беләһегеҙме?

Уҡы: Ях 8:23

Тәҡдим ит: Был брошюрала Ғайса һәм уның Атаһы күктәр тураһында нимә асыҡлағаны хаҡында әйтелә.

ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТЕГЕҘ

Һора: Изге Яҙмалағы ошо пәйғәмбәрлек беҙҙең көндәрҙә үтәлә. Һеҙ бының менән ризамы?

Уҡы: 2Тм 3:1—5

Хәҡиҡәт: Изге Яҙмалағы ахырызаман тураһындағы пәйғәмбәрлек үтәлә икән, тимәк, донъяның яҡшы яҡҡа үҙгәреүе хаҡындағы пәйғәмбәрлектең үтәлеүенә лә ышанып була.

«НИ ӨСӨН ИЗГЕ ЯҘМАНЫ ӨЙРӘНЕРГӘ КӘРӘК?» (видеояҙма)

Инеш һүҙҙәр: Беҙ кешеләргә ҡыҫҡа ғына бер видеояҙма күрһәтәбеҙ. Был видеояҙмала тормоштағы иң мөһим һорауҙарға ҡайҙан яуап табып булғаны тураһында әйтелә. [Видеояҙманы күрһәт. Шунан һуң күрһәтелгән ҡыҙыҡһыныуға ҡарап, пландарҙың «Беҙҙең киләсәк» тигән өҫтәмә исеме буйынса фекер алыш йә тура килгән берәй буклет ҡалдыр.]

Тәҡдим ит (әгәр план буйынса фекер алышһаң): Был планда бер нисә фекергә иғтибар ителә. Улар Изге Яҙмаға нигеҙләнгән. Әгәр, Изге Яҙманы асып, ошо шиғырҙарҙы ҡараһағыҙ, киләсәктә Алланың донъялағы проблемаларҙы нисек бөтөрәсәге хаҡында белерһегеҙ.

МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ

Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.