Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

Йәштәр, оҙаҡҡа һуҙмайынса киң итеп асылған ишеккә инегеҙ

Йәштәр, оҙаҡҡа һуҙмайынса киң итеп асылған ишеккә инегеҙ

Йәш саҡта, «ауыр көндәр» бер ҡасан да килеп етмәҫ һәм беҙ ғүмер буйы йәш булырбыҙ, тип тойолорға мөмкин (Вғ 12:1). Шунлыҡтан, мин йәшмен, алда әле ваҡыт етерлек, рухи маҡсаттар ҡуйырға, мәҫәлән, пионер хеҙмәтен башларға өлгөрөрмөн әле, тип уйлау аҡыллы булыр инеме?

Һәр кеше, шул иҫәптән йәштәр ҙә, «көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгергә» мөмкин (Вғ 9:11). Беҙ «иртәгә ни булырын» белмәйбеҙ (Яҡ 4:14). Шуға күрә кисектермәйенсә рухи маҡсаттарға ирешергә тырыш. «Хеҙмәт итеүгә» киң итеп асылған ишеккә инеп ҡал (1Кр 16:9). Һин быға бер ҡасан да үкенмәҫһең.

Ҡайһы бер рухи маҡсаттар:

  • башҡа телдә вәғәзләү

  • пионер булып хеҙмәт итеү

  • теократик мәктәптәрҙә уҡыу

  • төҙөлөштәрҙә ҡатнашыу

  • вефилдә хеҙмәт итеү

  • район хеҙмәтендә ҡатнашыу

Минең маҡсаттарым: