АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 27—31
Изге Яҙмала яҡшы ҡатын тасуирлана
Ғибрәтле һүҙҙәрҙең 31-се бүлегендә Лемуил батшаға әсәһенән бирелгән нәсихәт яҙылған. Әсәһенең аҡыллы кәңәштәре ярҙамында батша яҡшы ҡатын ниндәй сифаттарға эйә булырға тейешлеген аңлаған.
Яҡшы ҡатын ышанысҡа лайыҡ
31:10—12
-
Ғаиләлә мөһим ҡарарҙар ҡабул ителгәндә, ул ҡиммәтле тәҡдимдәр яһай, әммә шул уҡ ваҡытта буйһоноусан булып ҡала
-
Ире уның ҡарарҙарына ышана, һәм һәр бер һорау буйынса хуплау алыуын талап итмәй
Яҡшы ҡатын эшсән була
31:13—27
-
Ғаиләһе бөхтә, әҙәпле кейенһен һәм яҡшы туҡланһын өсөн, ул тыйнаҡ тормош алып барырға, аҡсаны һаҡсыл тотонорға өйрәнә
-
Ул көнө-төнө тырышып эшләй, йорто һәм ғаиләһе хаҡында ҡайғырта
Яҡшы ҡатын рухи яҡтан етлеккән була
31:30
-
Ул Алланан ҡурҡа һәм уның менән шәхси мөнәсәбәттәр үҫтерә