МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Ирен ҡала ҡапҡалары янында яҡшы беләләр»
Яҡшы ҡатын иренең абруйына тап төшөрмәй. Лемуил батша замандарында ҡатыны яҡшы булған ирҙе «ҡала ҡапҡаларында яҡшы белгәндәр» (Ғһ 31:23). Бөгөн рухи яҡтан етлеккән ирҙәр өлкәндәр һәм хеҙмәт ярҙамсылары булып хеҙмәт итә. Был ирҙәр өйләнгән булһа, уларҙың хеҙмәттәре күбеһенсә ҡатындарының тәртибенә һәм ярҙамына бәйле (1Тм 3:4, 11). Ундай яҡшы ҡатындарҙы ирҙәре генә түгел, ә йыйылыш та бик ҡәҙерләй.
Яҡшы ҡатын нисек иренә хеҙмәт итергә ярҙам итә?
-
ул, игелекле һүҙҙәр әйтеп, ирен дәртләндерә (Ғһ 31:26)
-
ул ирен йыйылыш менән «бүлешергә» әҙер (1Тс 2:7, 8)
-
ғаиләһенә ябай тормош алып барырға ярҙам итә (1Тм 6:8)
-
ул иренә конфиденциаль эштәргә ҡағылышлы һорауҙар бирмәй (1Тм 2:11, 12; 1Пт 4:15)