Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | 2 ЯХЪЯ 1—13; 3 ЯХЪЯ 1—14; ЙӘҺҮҘӘ 1—25

Иманың хаҡына ныҡышмалы көрәш алып бар

Иманың хаҡына ныҡышмалы көрәш алып бар

Йәһүҙә 3

«Бөтә көсөгөҙҙө һалып тар ишек аша инергә тырышығыҙ», — тип саҡырған Ғайса (Лк 13:24). Уның һүҙҙәре Алла хуплауын алыр өсөн бөтә көстө һалып көрәшергә кәрәклеген аңлата. Ғайсаның бер туған ҡустыһы Йәһүҙә лә шундайыраҡ фекерҙе иҫкә алған. Ул, «иманды яҡлап алып ҡалығыҙ», тигән. Түбәндә килтерелгәндәр буйынса эш итер өсөн, даими рәүештә көс һалырға кәрәк.

  • Әхлаҡһыҙ эш ҡылыу теләгенә ҡаршы тороу (Йәһүҙә 6, 7).

  • Йыйылышта хакимлыҡҡа эйә булғандарҙы хөрмәт итеү (Йәһүҙә 8, 9).

  • «Иң изге иманы[быҙ]» ярҙамында, йәғни Изге Яҙма тәғлимәте ярҙамында үҙебеҙҙе нығытып тороу (Йәһүҙә 20, 21).