МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Йәһүәнең йомартлығын өлгө итеп ал
2 Коринфтарға 9:7-лә: «Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата», — тиелә. Йомарт кеше башҡалар өсөн үҙ ваҡытын, көсөн һәм аҡсаһын теләп сарыф итә. Йомартлыҡ бүләктең ҡиммәтлелегендә түгел, ә уның ысын күңелдән бирелеүендә сағыла. Бәхетле Аллабыҙ Йәһүәнән дә йомартыраҡ зат юҡ (1Тм 1:11). Йәһүәнең йомартлығы нимәлә күренә?
-
Ул бөтә кешеләрҙең дә ихтыяждары хаҡында ҡайғырта (Лк 6:35).
-
Йәһүә айырыуса үҙенең тоғро хеҙмәтселәренең ихтыяждары хаҡында ҡайғыртырға ярата (Зәб 37:25).
-
Йәһүә биргән иң бөйөк бүләк — Улының йолом ҡорбаны (Ях 3:16).
АЛДАН УҠ ТЕЙЕШЛЕ МАТЕРИАЛДЫ (w13-TAT 15/6 14, 15 бб., 9, 11 абз.) УҠЫ ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Беҙ Йәһүәнең йомартлығын нисек өлгө итеп ала алабыҙ?
-
Беҙ беренсе мәсихселәрҙән нисек үрнәк ала алабыҙ? (od-TAT 119, 120 бб., 12—15 абз.)
-
Беҙ Йәһүәгә ҡарата йомарт булыуыбыҙҙы нисек күрһәтә алабыҙ?
-
Йомарт булыуыбыҙ ниндәй фатихалар килтерә?