16—22 ноябрь
ЛЕВИТТАР 4, 5
84-се йыр һәм доға
Рәйестең баш һүҙе (1 мин.)
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР
«Йәһүәгә иң яҡшыһын бир» (10 мин.)
Лв 5:5, 6. Ҡайһы бер гонаһтар өсөн кешеләр «ғәйеп йолоу ҡорбаны» итеп йәш һарыҡ йә кәзә килтерергә тейеш булған (it-U «Приношения», «Приношения за вину» тигән өҫтәмә исем, 1 абз.).
Лв 5:7. Ҡорбанға йәш һарыҡ йә кәзә килтерә алмаған бик ярлы кешеләр «ике урман күгәрсене йә ике күгәрсен балаһы» килтерә алған (w19.01 9 б., 4 абз.).
Лв 5:11. Ҡорбанға ике урман күгәрсене йә ике күгәрсен балаһы килтерә алмаған бик ярлы кешеләр «ефаның ундан бер өлөшө күләмендә яҡшы он» килтерә алған (w19.01 9 б., 4 абз.).
Рухи ынйыларҙы эҙләп табабыҙ (10 мин.)
Лв 5:1. Был аяттағы принцип мәсихселәргә нисек ҡағыла? (w16.02 29 б., 14 абз.).
Лв 5:15, 16. «Йәһүәнең изге нәмәләренә ҡаршы» яңылыш гонаһ ҡылып, кеше нисек тоғоролоҡһоҙ күрһәтә алған? (it-U «Святость», «Животные и урожай» тигән өҫтәмә исем).
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ Йәһүә Аллаға, вәғәз эшенә йә башҡа нәмәгә ҡағылышлы ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
Изге Яҙманы уҡыу (4 мин. йә әҙерәк): Лв 4:27—5:4 (th 5-се дәрес)
ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ
Беренсе һөйләшеү (3 мин. йә әҙерәк). Һөйләшеүҙәр планын ҡуллан һәм Ишағыя 9:6, 7 буйынса фекер алыш (th 12-се дәрес).
Икенсе һөйләшеү (4 мин. йә әҙерәк). Һөйләшеүҙәр планын ҡуллан һәм Зәбур 72:16 буйынса фекер алыш (th 4-се дәрес).
Изге Яҙманы өйрәнеү (5 мин. йә әҙерәк): lvs 209 б., 22, 23 абз. (th 19-сы дәрес).
МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
«Йәһүәнең ярҙамы менән пионер хеҙмәтендә 60 йыл бергә» (15 мин.). Видеояҙманы күрһәт. Шунан һуң ошо һорауҙарҙы бир: Такако һәм Хисако апай-ҡәрҙәштәр үҙҙәренең бай хеҙмәттәре тураһында нимә һөйләй? Такако апай-ҡәрҙәштең сәләмәтлеге менән ниндәй етди проблема булған һәм, төшөнкөлөккә бирелмәҫ өсөн, уға нимә ярҙам иткән? Был пионер апай-ҡәрҙәштәргә нимә ысын шатлыҡ һәм ҡәнәғәтлек килтерә? Уларҙың өлгөһө Ғибрәтле һүҙҙәр 25:11-ҙәге, Вәғәзсе 12:1-ҙәге һәм Еврейҙарға 6:10-дағы һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн нисек иҫбатлай?
Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү (30 мин. йә әҙерәк): lvs 10-сы бүлек, 21—24 абз., «Изге Яҙмалағы принциптар» тигән рамка.
Йомғаҡлау һүҙе (3 мин. йә әҙерәк)
97-се йыр һәм доға