МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Вәғәз сифатын яҡшыртабыҙ. Телефон аша вәғәзләү
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ? Телефон аша вәғәзләү * — һөйөнөслө хәбәр хаҡында төплө шаһитлыҡ биреүҙең бер ысулы (Ғм 20:24). Ниндәйҙер сәбәп арҡаһында кешенең үҙенә барып шаһитлыҡ бирә алмаһаҡ, ошо ысул уға һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә мөмкинлек бирә.
ҠАЙҺЫ БЕР КӘҢӘШТӘР:
-
Әҙерлән. Кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырған теманы һайла. Шунан һуң нимә әйтергә теләгәнеңде ҡыҫҡаса яҙып ҡуй. Шул яҙыуыңды һәм башҡа кәрәк була алған ҡоралдарҙы, мәҫәлән, электрон яйланмаңды ҡул аҫтында тот. Унда алдан уҡ JW Library® ҡушымтаһын йә jw.org® сайтын асып ҡуй.
-
Үҙеңде иркен тот. Иркенләп һөйлә. Йылмай һәм ишаралар ҡуллан. Әңгәмәсең менән күрешеп һөйләшкәндәй һөйләш. Кәрәкмәгән паузалар яһама.
-
Ҡабат һөйләшеүгә нигеҙ һал. Кеше ҡыҙыҡһынһа, киләһе тапҡыр тағы ла телефон аша әңгәмәләшер өсөн, берәй асыҡ һорау ҡалдыр. Шулай уҡ әңгәмәсеңә ғәҙәти почта йә электрон почта аша берәй әҙәбиәт ебәрергә йәки, уның менән шәхсән күрешеп, уға шул әҙәбиәтте бирергә тәҡдим итеп була. Йәиһә электрон почта, мессенджер аша берәй мәҡәләгә, видеояҙмаға һылтанма ебәрергә тәҡдим итеп була. Уңайлы мәл тыуғанда, Изге Яҙманы өйрәнеү буйынса онлайн-курсыбыҙ тураһында (ҡайһы бер телдәрҙә генә бар) һөйлә йә сайтыбыҙҙа булған берәй икенсе нәмәгә иғтибар ит.
^ 3 абз. Территорияғыҙҙа телефон аша вәғәзләү урынлы булһа, ундағы шәхси мәғлүмәтте яҡлауға ҡағылышлы закондарҙы иҫәпкә алырға кәрәк.