Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

Инеш һүҙҙәр

Инеш һүҙҙәр

«ҺЕҘ ҠАЙҘАН ЙЫУАНЫС ТАБА АЛАҺЫҒЫҘ?» тигән брошюра

Һора: Ваҡыт-ваҡыт һәр беребеҙ йыуатыуға мохтаж. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йыуанысты ҡайҙан табып була?

Уҡы: 2Кр 1:3, 4

Тәҡдим ит: Ошо брошюрала Алла беҙгә ниндәй йыуаныс бирә алғаны тураһында әйтелә.

ХӘҠИҠӘТКӘ ӨЙРӘТЕГЕҘ

Һора: Кеше үлгәс, уның менән нимә була?

Уҡы: Ях 11:11—14

Хәҡиҡәт: Кеше үлгәс, йәшәүҙән туҡтай. Шуға күрә, үлемдән һуң кешене, йәнәһе, берәй ҡурҡыныс нәмә көтә, тип ҡурҡырға кәрәкмәй. Ғайса үлемде йоҡо менән сағыштырған. Ул, Лазарҙы «уятҡан» һымаҡ, беҙҙең дә үлгән ғәзиз кешеләребеҙҙе яңынан ерҙә йәшәй алһындар өсөн «уятасаҡ», йәғни терелтәсәк. [Әп 14:14; тейешле планды ҡулланып, «Ни өсөн беҙ гонаһ менән үлемдән ҡотолоуға мохтаж?» тигән өҫтәмә исем буйынса фекер алыш.]

ЙЫЙЫЛЫШ ОСРАШЫУҘАРЫНА САҠЫРЫУ (inv)

Тәҡдим ит: Мин һеҙҙе Изге Яҙмаға нигеҙләнгән телмәргә саҡырырға теләйем. Ул Батшалыҡ залында — беҙҙең ғибәҙәт ҡылыу урынында яңғыраясаҡ. Инеү түләүһеҙ. [Кешегә йыйылыш осрашыуына саҡырыу ҡағыҙын тәҡдим ит. Шунан уға ял көндәрендә үтә торған осрашыуҙың ҡайҙа һәм ҡасан үтәсәген, шулай уҡ телмәрҙең темаһын әйт.]

Һора: Һеҙҙең ҡасан да булһа Йәһүә шаһиттарының Батшалыҡ залында булғанығыҙ бармы? [Урынлы булһа, «Батшалыҡ залына рәхим итегеҙ!» тигән видеояҙманы күрһәт.]

МИНЕҢ ИНЕШ ҺҮҘҘӘРЕМ

Өҫтә килтерелгән инеш һүҙҙәрҙе ҡулланып үҙеңдең инеш һүҙҙәреңде төҙө.