АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 7—11
Күңелең ҡурҡыныс юлға тартылмаһын
Йәһүәнең нормалары беҙҙе яҡлай ала. Улар беҙгә файҙа килтерһен өсөн, беҙ уларҙы күңелебеҙҙә һаҡларға тейеш (Ғһ 7:3). Йәһүәнең хеҙмәтсеһе күңеленә ҡурҡыныс юлға тартылырға рөхсәт итһә, ул еңел генә Шайтандың мауыҡтырғыс һәм мәкерле тоҙаҡтарына эләгергә мөмкин. Ғибрәтле һүҙҙәрҙең 7-се бүлегендә үҙ йөрәгенә ҡурҡыныс юлға тартылырға рөхсәт иткән бер йәш егет һүрәтләнә. Беҙ уның хаталарынан нимәгә өйрәнә алабыҙ?
-
күреү
7:10
-
ҡағылыу
7:13
-
тәмләү
7:14
-
еҫ һиҙеү
7:17
-
ишетеү
7:21
-
Беҙҙең биш һиҙеү ағзаһына тәьҫир итеп, Шайтан беҙҙе яман эш эшләргә ҡоторта һәм шулай итеп Йәһүәнән ситкә алып китергә тырыша
-
Зирәклек һәм аңлау һәләте беҙгә яман эштең аяныс эҙемтәләрен алдан күрергә һәм рухи ҡурҡыныстан йыраҡ торорға ярҙам итер