Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 12—16

Зирәклек алтындан да яҡшыраҡ

Зирәклек алтындан да яҡшыраҡ

Ни өсөн зирәклек шул тиклем ҡиммәтле? Ул кешене насар юлға баҫыуҙан ҡурсалай һәм уның ғүмерен һаҡлай. Ул кешенең тәртибенә, телмәренә һәм эштәренә ыңғай яҡтан тәьҫир итә.

Зирәклек ғорур булыуҙан һаҡлай

16:18, 19

  • Зирәк кеше бөтә зирәклектең сығанағы Йәһүә икәнен таный

  • Уңышҡа ирешкән кешеләргә, ҙур яуаплылыҡҡа эйә булғандарға ғорур һәм тәкәббер булыуҙан айырыуса һаҡланырға кәрәк

Зирәклек телмәребеҙҙе шифалы итә

16:21—24

  • Зирәк кеше аңлау һәләтен башҡаларҙың ыңғай яҡтарын күрер өсөн һәм улар тураһында яҡшыны ғына һөйләр өсөн ҡуллана

  • Зирәк кеше ышандырырлыҡ итеп һөйләй, ул ҡаршылыҡтар тыуҙырмай. Уның һүҙҙәре ҡаты түгел, ә, киреһенсә, ышаныслы һәм балдай татлы