АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 1—6
«Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян»
Йәһүә үҙенә тулыһынса таяныуыбыҙға лайыҡ. Алла исеменең мәғәнәһе беҙгә Алланың бөтә вәғәҙәләрен үтәй алыуына ышаныс үҫтерергә ярҙам итә. Йәһүәгә ышаныс үҫтереүҙең мөһим өлөшө — доға. Ғибрәтле һүҙҙәрҙең 3-сө бүлеге беҙҙе шуға ышандыра: әгәр беҙ Йәһүәгә таянһаҡ, ул беҙҙең «һуҡмағыбыҙҙы тура итер».
Үҙен аҡыл эйәһе тип һанаған кеше...
3:5—7
-
Йәһүәнән кәңәш һорамайынса ҡарарҙар ҡабул итә
-
үҙенең белдегенә йә был донъяға таяна
Йәһүәгә таянған кеше...
-
Изге Яҙманы өйрәнеп, уҡығандары тураһында уйланып һәм доға ҡылып, Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтерә
-
ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Изге Яҙманан принциптар эҙләп, Йәһүәнең кәңәштәрен табырға тырыша
БАШТА: Ҡабул иткән ҡарарымды иң аҡыллы ҡарар тип һанайым |
БАШТА: Доға ҡылып һәм шәхси өйрәнеү үткәреп, мин Йәһүәнең кәңәштәрен эҙләйем |
ҺУҢЫНАН: Мин Йәһүәнән ҡарарымды фатихалауын һорайым |
ҺУҢЫНАН: Мин Изге Яҙмалағы принциптарға нигеҙләнеп эш итәм |