АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ҒИБРӘТЛЕ ҺҮҘҘӘР 22—26
«Баланы тәрбиәләп, дөрөҫ юлға баҫтыр»
Ғибрәтле һүҙҙәрҙә ата-әсәләр өсөн бик яҡшы кәңәштәр бар. Бөгөлгән үҫентене турайтыу уға төҙ булып үҫергә ярҙам иткән кеүек, балаларға ла дөрөҫ бирелгән тәрбиә, үҫеп еткәс тә, Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе һайларға ярҙам итер.
22:6
-
Балаларға яҡшы тәрбиә биреү күп көс һәм ваҡыт талап итә
-
Ата-әсәләр балалары өсөн яҡшы үрнәк булып торорға һәм, өгөт-нәсихәт биреп, уларҙы өйрәтергә, киҫәтергә, дәртләндерергә тейеш
22:15
-
Тәрбиә сыбығы — ул яратыу менән бирелгән тәрбиә. Ундай тәрбиә, баланың аҡылына һәм йөрәгенә үтеп, уны төҙәтә
-
Балалар төрлө, шуға тәрбиә саралары ла төрлө булырға мөмкин