Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | ЯХЪЯ 18, 19

Ғайса «хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ» иткән

Ғайса «хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ» иткән

18:36—38а

Ғайса, Алланың ниәттәрен аңлатып, «хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ» иткән

  • ҺҮҘ МЕНӘН Ул Алла Батшалығы тураһындағы хәҡиҡәтте ашҡынып вәғәҙләгән.

  • ЭШ МЕНӘН Ул үҙ тормошо менән Алла әйткән пәйғәмбәрлектәрҙең хаҡлығын раҫлаған.

Ғайсаның шәкерттәре булараҡ, беҙ ҙә «хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ» итәбеҙ

  • ҺҮҘ МЕНӘН Беҙ Алла урынлаштырған Мәсих етәкселегендәге Батшалыҡ тураһында һөйөнөслө хәбәрҙе мыҫҡыллауҙарға һәм хатта эҙәрлекләүҙәргә ҡарамаҫтан ашҡынып вәғәзләйбеҙ.

  • ЭШ МЕНӘН Өлгөлө тормош рәүешебеҙ һәм нейтралитет һаҡлауыбыҙ Ғайсаның идараһы яҡлы булыуыбыҙҙы күрһәтә.