МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Егеттәр һәм ҡыҙҙар, һеҙҙең иң яҡын дуҫығыҙ Йәһүәме?
Һин дуҫтарыңдың ниндәй сифаттарын ҡәҙерләйһең? Моғайын, һиңә тоғролоҡ, игелек һәм йомартлыҡ кеүек сифаттары оҡшайҙыр. Бөтә был сифаттар Йәһүәлә бар (Сғ 34:6; Ғм 14:17). Ул доғаларыңды тыңлай. Ул һиңә һәр саҡта ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер (Зәб 18:19, 35). Хаталарыңды кисерә (1Ях 1:9). Һис шикһеҙ, Йәһүә — иҫ киткес Дуҫ!
Ә һин Йәһүәгә яҡшы дуҫ булыр өсөн нимә эшләй алаһың? Уның Һүҙен уҡып, уның хаҡында күберәк бел. Уға таян (Зәб 62:8; 142:2). Йәһүә ҡәҙерләгәнде, мәҫәлән, Улын, Батшалығын һәм киләсәккә вәғәҙәләрен ҡәҙерлә. Башҡаларға уның хаҡында һөйлә (Ҡн 32:3). Йәһүә менән дуҫлашһаң, ул мәңгелеккә Дуҫың булыр (Зәб 73:25, 26, 28).
«ЕГЕТТӘР ҺӘМ ҠЫҘҘАР, „ЙӘҺҮӘНЕҢ ИГЕЛЕГЕН ТАТЫҒЫҘ ҺӘМ КҮРЕГЕҘ“!» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Һин нисек бағышланыуға һәм һыуға сумдырылыуға әҙерләнә алаһың?
-
Йыйылыштағы ҡәрҙәштәр һиңә Йәһүәгә хеҙмәт итергә нисек ярҙам итә ала?
-
Йәһүәгә хеҙмәт итеү уның менән мөнәсәбәттәреңде нисек нығыта?
-
Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә һинең өсөн ниндәй ишектәр асыҡ?
-
Һиңә Йәһүәлә нимә оҡшай?