Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | СЫҒЫШ 33, 34

Йәһүәнең иҫ киткес сифаттары

Йәһүәнең иҫ киткес сифаттары

34:5—7

Йәһүәнең сифаттарын яҡшы белеү Мусаға израилдәр менән түҙемле булырға ярҙам иткән. Беҙ ҙә Йәһүәнең сифаттарын яҡшыраҡ белергә тырышһаҡ, ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата шәфҡәтле була алырбыҙ.

  • «Шәфҡәтле һәм ҡыҙғаныусан». Атай-әсәй үҙ балаһы хаҡында ҡайғыртҡан кеүек, Йәһүә, наҙ һәм яратыу күрһәтеп, үҙ хеҙмәтселәре хаҡында ҡайғырта.

  • «Ярһырға ашыҡмай». Йәһүә үҙенең хеҙмәтселәренә ҡарата түҙемле. Улар абынғанда, ул сабыр итә һәм хаталарын төҙәтергә ваҡыт бирә.

  • «Тоғро мөхәббәткә бай». Йәһүәнең үҙ халҡына ҡарата яратыуы шундай көслө! Был яратыу мәңге һүрелмәҫ.

ҮҘЕҢДӘН ҺОРА: «Шәфҡәтлелек һәм ҡыҙғаныу сифаттары тураһында әйткәндә, мин Йәһүәнән нисек өлгө ала алам?»