МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Ноябрҙә, махсус кампанияла ҡатнашып, Алла Батшалығын иғлан итербеҙ
Ғайса «Алла Батшалығы тураһындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе» иғлан иткән (Лк 4:43). Ул шулай уҡ кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһында доға ҡылырға өйрәткән (Мт 6:9, 10). Ноябрь айында беҙ мөмкин тиклем күберәк кешегә Алла Батшалығы тураһында һөйләрбеҙ (Мт 24:14). Кампанияла бөтә көсөңдө һалып ҡатнашыр өсөн, көндәлек эштәреңдә үҙгәрештәр яһа. Был айҙа ярҙамсы пионер булып хеҙмәт итергә теләүселәр 30 йә 50 сәғәт вәғәзләй алыр.
Алла Батшалығы тураһында берәй аят һайлап, уны мөмкин тиклем күберәк кешегә күрһәтергә тырыш. Аят һайлағанда, кешеләрҙең дини ҡараштарын иҫәпкә ал. Кеше тәүге һөйләшеүҙә үк ҡыҙыҡһыныу күрһәтһә, уға «Күҙәтеү манараһы»н тәҡдим ит (2020 йыл, № 2). Шунан шул кешегә мөмкин тиклем тиҙерәк килеп кит һәм, өйрәтеү ҡоралдарынан тура килгән берәй баҫма һайлап, уның менән өйрәнеү башларға тырыш. Инде бик тиҙҙән Алла Батшалығы Хоҙай хакимлығына ҡаршы торған барлыҡ кеше хөкүмәттәрен юҡҡа сығарасаҡ (Дн 2:44; 1Кр 15:24, 25). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, был махсус кампанияла әүҙем ҡатнашып, Йәһүәгә һәм уның Батшалығына тоғролоғобоҙҙо күрһәтәйек!