СЫҒЫШ 31, 32
АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР |Боттарға табыныуҙан ҡасығыҙ
32:1, 4—6, 9, 10
Израилдәр боттарға табыныуҙы, күрәһең, мысырҙарҙан үҙләштергән. Бөгөн боттарға табыныуҙың төрлө төрҙәре бар, һәм уларҙың ҡайһы берҙәрен асыҡлау еңел түгел. Беҙ бер ҡасан да илаһтарға туранан-тура табынмаҫбыҙҙыр, әммә эгоистик теләктәребеҙгә Йәһүәгә йән-тән менән бирелеп хеҙмәт итеүҙән ситкә алып китергә рөхсәт итеүебеҙ ихтимал. Ә был боттарға табыныуға тиң.
Көндәлек тормошомдоң ҡайһы яҡтары мине Йәһүәгә табыныуҙан ситкә алып китергә мөмкин, һәм нисек быға юл ҡуймаҫҡа?