МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ
Йәһүә менән дуҫлығыңды һаҡла
Йәһүә шаһиттары оло хөрмөткә эйә: улар Алланың дуҫы була ала. Һыуға сумдырылғас, беҙ Аллаһы Тәғәлә Йәһүә менән яҡын мөнәсәбәттәр үҫтереүебеҙҙе дауам итәбеҙ. Ул беҙҙе үҙенә Улы аша йәлеп иткән (Ях 6:44). Ул беҙҙең доғаларыбыҙҙы тыңлай (Зәб 34:15).
Алла менән дуҫлыҡты нисек һаҡларға? Беҙгә израилдәр эләккән тоҙаҡтан һаҡланырға кәрәк. Йәһүә менән килешеү төҙөгәндән һуң күп тә үтмәҫтән улар, алтын быҙау эшләп, ялған илаһҡа табына башлаған (Сғ 32:7, 8; 1Кр 10:7, 11, 14). Беҙгә үҙебеҙгә бындай һорауҙар бирергә кәрәк: «Ҡотҡо менән осрашҡанда, мин үҙемде нисек тотам? Эштәремдән Йәһүә менән дуҫлығымды ҡәҙерләгәнем күренәме?» Күктәге Атабыҙға ҡарата тәрән яратыу беҙгә ул нәфрәт иткән нәмәләрҙән ҡасырға ярҙам итер (Зәб 97:10).
«ЙӘҺҮӘ МЕНӘН ДУҪЛЫҒЫҢДЫ ҺАҠЛА (КОЛ. 3:5)» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
-
Ҡомһоҙлоҡ нимә ул?
-
Ни өсөн беҙгә ҡомһоҙлоҡтан һәм боттарға табыныуҙан ҡасырға кәрәк?
-
Тормош иптәшеңә хыянат итеү һәм боттарға табыныу бер-береһе менән нисек бәйле?
-
Ни өсөн йыйылышта үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алған ағай-ҡәрҙәштәргә тормош иптәшенең ихтыяждары тураһында ҡайғыртыу айырыуса мөһим?