Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәһүәне һәр ваҡыт иҫеңдә тот

Йәһүәне һәр ваҡыт иҫеңдә тот

Эш табыуы ауыр булғанда, Алла Батшалығын һәм уның тәҡүә нормаларын тормошобоҙҙа беренсе урынға ҡуйыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Бының арҡаһында беҙҙә Йәһүәгә хеҙмәт итергә ҡамасаулаған һәм Изге Яҙмалағы принциптарға ҡаршы килгән эшкә ризалашыу ҡотҡоһо тыуырға мөмкин. Әммә шуны иҫтә тоторға кәрәк: Йәһүә «үҙенең көс-ҡеүәтен күңелдәре тулыһынса үҙенә тоғро булғандар файҙаһына күрһәтә» (2Йыл 16:9). Ҡайғыртыусан Атабыҙға беҙҙең хаҡта ҡайғыртырға һәм беҙҙе кәрәкле нәмәләр менән тәьмин итергә бер нәмә лә ҡамасаулай алмай (Рм 8:32). Шуға күрә, эш һайлағанда, беҙ Йәһүәгә таянырға һәм иғтибарыбыҙҙы хеҙмәткә тупларға тейеш (Зәб 16:8).

«ЙӘҺҮӘ ӨСӨН ЫСЫН КҮҢЕЛДӘН ЭШЛӘГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Ни өсөн Джейсон ришүәттән баш тарта?

  • Колосстарға 3:23-тәге принципты беҙгә нисек ҡулланырға?

  • Джейсондың үрнәге Томасҡа нисек тәьҫир итә?

  • Йәһүәгә ҡарарҙарыңа һәм эштәреңә тәьҫир итергә мөмкинлек бир

    Матфей 6:22-ләге принципты беҙгә нисек ҡулланырға?