Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Никах — ғүмерлек союз

Никах — ғүмерлек союз

Никах ептәре ныҡ булған ғаиләләр Йәһүәне данлай һәм ир менән ҡатынға ла шатлыҡ килтерә (Мк 10:9). Никах ныҡлы һәм бәхетле булһын өсөн, мәсихселәргә тормош иптәшен һайлағанда, Изге Яҙмалағы принциптар буйынса эш итеүҙә тәүәккәл булырға кәрәк.

Бик йәш саҡта осрашып йөрөү аҡыллы булмаҫ ине, сөнки көслө енси теләктәр дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә ҡамасауларға мөмкин (1Кр 7:36). Ә әлегә, ғаилә ҡормаҫ борон, Алла менән дуҫлығыңды нығытырға һәм мәсихселәргә хас булған матур сифаттар үҫтерергә маҡсат ҡуй. Шул саҡта һин киләсәктә никахыңдың бәхетле булыуына өлөш индерә алырһың.

Ғаилә ҡорор алдынан, кешенең эске булмышын белер өсөн, ваҡыт бүлергә кәрәк (1Пт 3:4). Әгәр ҙә һинең шул кешегә ҡарата ниндәйҙер етди шиктәрең булһа, уның менән был хаҡта һөйләш. Башҡа мөнәсәбәттәрҙә кеүек, никахта ла күберәк алырға түгел, ә күберәк бирергә кәрәк (Фп 2:3, 4). Изге Яҙмалағы принциптарҙы никахҡа тиклем үк ҡулланыу киләсәктә бәхетле никахҡа нигеҙ һалырға ярҙам итер.

«НИКАХҠА ӘҘЕРЛӘНЕҮ. 3-СӨ ӨЛӨШ. „КҮПМЕГӘ ТӨШӘСӘГЕН ХИСАПЛА“» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:

  • Апай-ҡәрҙәштең Шейн ҡәрҙәш менән мөнәсәбәттәре нисек үҫешкән?

  • Шейнды яҡшыраҡ белгәс, апай-ҡәрҙәш нимәгә иғтибар иткән?

  • Апай-ҡәрҙәштең ата-әсәһе уға нисек ярҙам иткән һәм һөҙөмтәлә ул ниндәй ҡарар ҡабул иткән?