Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың файҙалы үҙенсәлектәре

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың файҙалы үҙенсәлектәре

«Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап буйынса өйрәнеү үткәрергә яратаһыңмы? Һиңә «Ҡайһы берәүҙәр былай ти», «Маҡсаттар», «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән рамкалар буйынса фекер алышыу оҡшаймы? Был китаптың тағы ниндәй үҙенсәлектәре һиңә шәкерттәр әҙерләүҙә ярҙам булып торор? (Мт 28:19, 20).

Медиаматериал. Әгәр һин өйрәнеүҙе баҫтырылған китап буйынса үткәрһәң, бөтә видеояҙмаларҙы һәм башҡа материалдарҙы нисек еңел генә табып була? Китаптың электрон версияһын асып, дүрт өлөштөң береһен һайла ла, аҫҡа төшөп, «Медиаматериал» тигәнгә баҫ. (1-се биттәге һүрәтте ҡара.)

«Һүрәт» («Изображение») функцияһы. Әгәр һин өйрәнеүҙе китаптың электрон версияһы буйынса үткәрһәң, бәлки, ҡай саҡта «Һүрәт» функцияһын ҡулланырға теләрһең. Ул нимә менән файҙалы? Уның ярҙамында бөтә материалды тотош күрергә һәм һәр пункт дәрестең темаһы менән нисек бәйле икәнен аңларға була. Был функцияны табыр өсөн, кәрәкле дәресте асып, экрандың уң яғындағы өҫкө өлөшөндә урынлашҡан өс нөктәгә баҫ һәм «Һүрәт» тигәнде һайла. Кире артҡа күсер өсөн ҡабат шул өс нөктәгә баҫ та «Текст» тигәнде һайла (йә экрандың уң яғындағы аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан сирень төҫөндәге түңәрәккә баҫ).

«Мин әҙерме?» 4-се өлөштөң аҙағында был ике рамкала йыйылыш менән вәғәзләргә һәм һыуға сумдырылырға теләүселәр өсөн талаптар килтерелә. (2-се биттәге һүрәтте ҡара.)

Ҡушымталар. Ҡушымталарҙа мөһим һорауҙарҙы асыҡлаған өҫтәмә мәғлүмәт килтерелә. Электрон версияла һәр ҡушымтаның аҙағында һылтанма бар. Был һылтанма һин туҡталған дәрескә кире ҡайтырға ярҙам итә. (2-се биттәге һүрәтте ҡара.)

Өйрәнеүсе «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китапты үтеп бөтмәйенсә һыуға сумдырылһа, һиңә уның менән артабан да өйрәнеү үткәрергә һәм бөтә дәрестәрҙе үтеп бөтөргә кәрәк. Кеше һыуға сумдырылһа ла, һин сәғәтте, ҡабат килеп китеүҙәрҙе һәм өйрәнеүҙе хисапҡа индерә алаһың. Өйрәнеүгә саҡырылған ҡәрҙәш тә сәғәтте хисапҡа яҙа ала.