Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

«Йәһүә... яралы күңеллеләрҙе ҡотҡара»

«Йәһүә... яралы күңеллеләрҙе ҡотҡара»

Ҡайһы саҡта беҙ бөтәбеҙ ҙә бойоғабыҙ, әммә был беҙҙең рухи яҡтан көсһөҙ булыуыбыҙҙы аңлатмай. Изге Яҙмала әйтелгәнсә, хатта Йәһүәнең дә ҡай саҡта йөрәге әрнергә мөмкин (Бш 6:5, 6). Әгәр беҙ бойоғоу тойғоһонан йыш йә хатта һәр ваҡыт интекһәк, нимә эшләргә?

Йәһүәнән ярҙам һора. Беҙҙең эмоциональ һәм психик һаулығыбыҙ Йәһүә өсөн бик мөһим. Ул йөрәгебеҙҙәге шатлыҡты ла, хәсрәтте лә күрә. Ул ни өсөн үҙебеҙҙе тап шулай хис иткәнебеҙҙе һәм нимә арҡаһында беҙҙә тап шундай уй-фекерҙәр тыуғанын яҡшы аңлай (Зәб 7:9б). Йәһүә беҙҙе ярата, ул беҙгә күңел төшөнкөлөгө һәм хатта депрессия менән көрәшергә ярҙам итә ала (Зәб 34:18).

Психик һаулығың тураһында ҡайғырт. Тиҫкәре хис-тойғолар шатлығыбыҙҙы урларға һәм хатта Йәһүә менән дуҫлығыбыҙға зыян килтерергә мөмкин. Шуға күрә беҙ символик йөрәгебеҙҙе һаҡларға тейеш (Ғһ 4:23).

«БЕҘҘЕҢ ХАЛЫҠ-АРА ҒАИЛӘБЕҘҘӘ ТЫНЫСЛЫҠ ХӨКӨМ ҺӨРӘ» (ӨҘӨК) ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫҢ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Никки, үҙенең депрессияла булғанын аңлағас, ниндәй саралар күргән?

  • Ни өсөн Никки табипҡа мөрәжәғәт итергә булған? (Мф 9:12).

  • Никкиҙың Йәһүәгә таянғаны нимәнән күренә?