Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Мыҫҡыллауға дусар булғанда, Йәһүәгә таян

Мыҫҡыллауға дусар булғанда, Йәһүәгә таян

Ҡайһы бер йәш мәсихселәр көслө күңел әрнеүенә килтергән мыҫҡыллауҙарға дусар була, һәм хатта физик көс ҡулланыу менән осраша. Иманы арҡаһында мыҫҡыллауҙарға дусар булған мәсихсе ҡурҡышынан ышаныуҙарынан баш тартыуы бар, был иһә уның Йәһүә менән дуҫлығына зыян килтерергә мөмкин. Үҙеңде мыҫҡыллауҙарҙан нисек яҡларға?

Йәһүәнең күп кенә хеҙмәтселәре, уға таянып, мыҫҡыллауҙарға ҡарамаҫтан, ныҡ булып ҡала алған (Зәб 18:17). Мәҫәлән, Әсфирә Амандың яуыз пландарын ҡыйыулыҡ менән фаш иткән (Әс 7:1—6). Быны эшләр алдынан ул, ураҙа тотоп, ярҙамды Йәһүәнән көткәнен күрһәткән (Әс 4:14—16). Йәһүә Әсфирәнең эштәрен фатихалаған һәм уны ла, үҙ халҡын да яҡлаған.

Әгәр һин дә мыҫҡыллауҙар менән осрашһаң, Йәһүәнән ярҙам һора һәм барыһын да ололарға, мәҫәлән, атай-әсәйеңә һөйлә. Йәһүә Әсфирәгә ярҙам иткән икән, һис шикһеҙ, һиңә лә ярҙам итәсәк. Мыҫҡыллауҙарға дусар булһаң, һин тағы нимә эшләй алаһың?

«ҮҪМЕРҘЕҢ ТОРМОШО. МЫҪҠЫЛЛАУҘАР МЕНӘН ОСРАШҠАНДА, НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА?» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Йәш мәсихселәр Чарли менән Фериндан нимәгә өйрәнә ала?

  • Әгәр бала мәктәптә мыҫҡыллауға дусар булһа, Чарли менән Фериндың һүҙҙәренән күренеүенсә, атай-әсәйҙәр нимә эшләй ала?