Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

Тормошоңдан Йәһүәне ни тиклем ныҡ яратҡаның күренәме?

Тормошоңдан Йәһүәне ни тиклем ныҡ яратҡаның күренәме?

[«Әйүп китабына инеш һүҙ» тигән видеояҙманы күрһәт.]

Шайтан, Әйүп Йәһүәгә яратыуҙан сығып түгел, ә файҙа алыу ниәте менән генә хеҙмәт итә, тигән (Әп 1:8—11; w18.02 6 б., 16, 17 абз.).

Иблистең әйтеүенсә, беҙ ысынында Йәһүәне яратмайбыҙ (Әп 2:4, 5; w19.02 5 б., 10 абз.).

Йәһүә беҙҙең һәр беребеҙгә Шайтандың ялғансы булыуын иҫбатларға мөмкинлек биргән (Ғһ 27:11). Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан Батшалыҡ эштәрен беренсе урынға ҡуйһаҡ, беҙ Йәһүәне бик ныҡ яратҡаныбыҙҙы күрһәтербеҙ.