Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Хеҙмәттә jw.org сайтының баш битен ҡуллан

Хеҙмәттә jw.org сайтының баш битен ҡуллан

«Хәҡиҡәтте ҡабул итергә әҙер булған» кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырыр өсөн, сайтыбыҙҙың баш битендә күп төрлө мәҡәләләргә һәм видеояҙмаларға һылтанмалар килтерелә (Ғм 13:48, ЯДТ). Унда яңылыҡтарҙа булған йәки күп кешеләрҙе борсоған темалар яҡтыртылып тора.

Хеҙмәттә jw.org сайтының баш битен нисек ҡулланырға?

  • Сайтҡа йыш инеп тор. Баш биттең «Һайланған темалар» тигән өлөшөндә ниндәй материалдар сығып торғанына иғтибар ит һәм уларҙың ҡайһыһы һин рухи темаларға аралашҡан кешеләргә файҙалы буласағы тураһында уйлан. Шулай итеп, хеҙмәт өсөн һәр саҡ яңы идеяларың булып торор. (Был өлөштә яңыраҡ сыҡҡан башҡа материалдарҙы табыр өсөн «Күберәк ҡарарға» тигәнгә баҫ.)

  • Әңгәмә башлар өсөн, баш биттәге мәҡәләләрҙе һәм видеояҙмаларҙы ҡуллан. Бәлки, ундағы темалар һин йәшәгән ерҙәге кешеләрҙе ҡыҙыҡһындырыр.

  • Кешеләргә баш битте күрһәт. Кешенең иғтибарын төрлө темаларға йүнәлтеп, уға үҙенә кәрәкле мәғлүмәтте нисек табып булғанын аңлат.

  • «Уртаҡлашыу» функцияһын ҡуллан. Ҡайһы бер кешеләрҙең беҙҙең менән йөҙгә-йөҙ аралашҡыһы килмәй, әммә улар сайтыбыҙға инергә ҡаршы түгел. Шундай кешеләргә сайттың баш битенә йәки конкрет берәй мәҡәләгә йә видеояҙмаға һылтанма ебәреп була.