Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

Йәһүә халҡының файҙаһына тырышып хеҙмәт иткән көтөүселәр

Йәһүә халҡының файҙаһына тырышып хеҙмәт иткән көтөүселәр

Күптәр хакимлыҡҡа эйә булғандарҙы яратып бөтмәй. Был һис тә аптырарлыҡ түгел, сөнки тарих дауамында кешеләр хакимлыҡтарын үҙ файҙаһына ҡулланған (Мҡ 7:3). Йыйылыштағы өлкәндәрҙең хакимлыҡҡа дөрөҫ ҡарарға һәм уны Йәһүә халҡының файҙаһына ҡулланырға өйрәтелгәндәре өсөн беҙ бик рәхмәтле! (Әс 10:3; Мф 20:25, 26).

Ағай-ҡәрҙәштәрҙе яуаплы вазифаларға ынтылырға Йәһүәне һәм уның халҡына ҡарата яратыу дәртләндерә, бының менән улар ошо донъяла хакимлыҡҡа эйә булған кешеләрҙән айырып тора (Ях 21:16; 1Пт 5:1—3). Ғайса етәкселегендәге өлкәндәр йыйылыштың һәр ағзаһына үҙен ғаиләлә кеүек хис итергә һәм Йәһүә менән яҡын дуҫлыҡ үҫтерергә ярҙам итә. Улар Йәһүәнең һарыҡтарына рухи яҡтан да, ашығыс медицина ярҙамы кәрәк булғанда ла, афәттәр ваҡытында ла һәр ваҡыт ярҙам күрһәтергә әҙер. Әгәр һиңә кәңәш кәрәк булһа йә һине ниҙер борсоһа, йыйылышыңдағы өлкәндәрҙең береһенә мотлаҡ мөрәжәғәт ит (Яҡ 5:14).

«КӨТӨҮ ТУРАҺЫНДА ХӘСТӘРЛЕК КҮРГӘН КӨТӨҮСЕЛӘР» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ЯУАП БИР:

  • Өлкәндәр Марьянаға нисек ярҙам иткән?

  • Өлкәндәр Элиасҡа нисек ярҙам иткән?

  • Был видеояҙма өлкәндәрҙең хеҙмәтенә ҡарата ҡарашыңа нисек тәьҫир итте?