16—22 сентябрь
ЗӘБУР 85—87
41-се йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)
1. Доға беҙгә ауырлыҡтарҙы еңергә ярҙам итә
(10 мин.)
Йәһүәнән шатлыҡ һорағыҙ (Зәб 86:4).
Йәһүәнән тоғро булып ҡалырға ярҙам һорағыҙ (Зәб 86:11, 12; w12-TAT 15/5 25 б., 10 абз.).
Йәһүәнең доғаларығыҙға яуап бирәсәгенә ышанығыҙ (Зәб 86:6, 7; w23.05 13 б., 17, 18 абз.).
ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ: «Ауырлыҡтар менән осрашҡанда, мин йышыраҡ һәм оҙағыраҡ доға ҡыламмы?» (Зәб 86:3).
2. Рухи ынйылар
(10 мин.)
-
Зәб 86:11. Дауыттың доғаһынан беҙ кешенең йөрәге тураһында нимә беләбеҙ? (it-2-U 783 б., 5 абз.).
-
Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?
3. Изге Яҙманы уҡыу
(4 мин.) Мк 3:1—15 (th 12-се дәрес).
4. Һөйләшеү башлағыҙ
(3 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 3-сө дәрес, 5-се пункт).
5. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ
(4 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Үткән тапҡыр һеҙҙең менән донъялағы ваҡиғаларға ҡағылышлы борсолоуҙары менән уртаҡлашҡан кешегә Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 7-се дәрес, 4-се пункт).
6. Шәкерттәр әҙерләгеҙ
(5 мин.) lff 15-се дәрес, 5-се пункт. Өйрәнеүсе менән киләһе аҙнала, үҙең булмаған саҡта, өйрәнеүҙең нисек үтәсәге тураһында һөйләш (lmd 10-сы дәрес, 4-се пункт).
83-сө йыр
7. «Бирешмә»
(5 мин.) Фекер алышыу.
ЙӘНҺҮРӘТТЕ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:
-
Ни өсөн беҙҙең вәғәзләү теләге юғалырға мөмкин?
-
Ни өсөн беҙгә бирешмәҫкә кәрәк?
8. Изге Яҙма өйрәнеүен артабан да тәҡдим итегеҙ
(10 мин). Фекер алышыу.
Ошо айҙа махсус кампания барышында «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюра ярҙамында өйрәнеү башлай алдығыҙмы? Башлай алһағыҙ, был, һис шикһеҙ, үҙегеҙгә лә шатлыҡ килтергәндер, башҡаларҙы ла рухландырғандыр. Әммә әлегә Изге Яҙма өйрәнеүегеҙ булмаһа, һеҙгә, бәлки, хеҙмәттә һалған тырышлыҡтарығыҙ бушҡа булған һымаҡ тойолорға мөмкин. Ул саҡта нимә эшләп була?
«Сабыр булып, үҙебеҙҙе Алла хеҙмәтселәре тип күрһәтәбеҙ. Вәғәзләгәндә» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан тыңлаусыларыңдан һора:
-
Тырышлыҡтарыбыҙ бушҡа булған кеүек тойолһа, 2 Коринфтарға 6:4, 6-лағы һүҙҙәр беҙгә нисек ярҙам итә ала?
-
Өйрәнеү башлар өсөн һалған тырышлыҡтарыбыҙ уңыш килтермәһә, хеҙмәтебеҙҙә ниндәй үҙгәрештәр яһап була?
Онотмағыҙ: ысын шатлыҡ күпме өйрәнеү башлауыбыҙға һәм үткәреүебеҙгә бәйле түгел. Беҙ Йәһүәнең тырышлыҡтарыбыҙҙы ҡәҙерләгәненә шатланабыҙ (Лк 10:17—20). Шуға күрә, «Раббы өсөн хеҙмәтегеҙҙең бушҡа булмағанын» белеп, махсус кампанияла артабан да әүҙем ҡатнашығыҙ (1Кр 15:58).
9. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү
(30 мин.) bt-TAT 15-се бүлек, 13, 14 абз., 121 б. рамка