Төп мәғлүмәткә күсеү

Эстәлеккә күсеү

2—8 сентябрь

ЗӘБУР 79—81

2—8 сентябрь

29-сы йыр һәм доға | Инеш һүҙ (1 мин.)

АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР

1. Алланың данлыҡлы исеменә ҡарата яратыу күрһәтегеҙ

(10 мин.)

Йәһүәне хурлаған һәр нәмәнән ҡасығыҙ (Зәб 79:9; w17.02 9 б., 5 абз.).

Йәһүәнең исемен саҡырығыҙ (Зәб 80:18; ijwbv-TAT 3 б., 4, 5 абз.).

Йәһүә уға тыңлаусан булғандарҙы һәм исеменә яратыу күрһәткәндәрҙе мул итеп бүләкләй (Зәб 81:13, 16).

Тәртибебеҙ Йәһүәгә дан килтерһен өсөн, башҡалар беҙҙең Йәһүә шаһиты булыуыбыҙҙы белергә тейеш

2. Рухи ынйылар

(10 мин.)

  • Зәб 80:1. Ни өсөн Изге Яҙмала Исраилдың бөтә ҡәбиләләре ҡайһы саҡта Йософтоң исеме менән атала? (it-1-U 1052 б., 2, 3 абз.).

  • Был аҙнала Изге Яҙманы уҡып, һеҙ ниндәй рухи ынйылар таптығыҙ?

3. Изге Яҙманы уҡыу

ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ

4. Һөйләшеү башлағыҙ

(1 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 4-се дәрес, 4-се пункт).

5. Һөйләшеү башлағыҙ

(3 мин.) ОСРАҠЛЫ ВӘҒӘЗ. Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 4-се дәрес, 3-сө пункт).

6. Һөйләшеү башлағыҙ

(2 мин.) ЙӘМӘҒӘТ УРЫНДАРЫНДА ВӘҒӘЗЛӘҮ. Изге Яҙма өйрәнеүе тәҡдим ит (lmd 3-сө дәрес, 3-сө пункт).

7. Ҡыҙыҡһыныу үҫтерегеҙ

(5 мин.) ӨЙҘӘН-ӨЙГӘ ЙӨРӨП ВӘҒӘЗЛӘҮ. Элек Изге Яҙма өйрәнеүенән баш тартҡан кешегә өйрәнеү тәҡдим ит (lmd 8-се дәрес, 3-сө пункт).

МӘСИХСЕЛӘР ТОРМОШО

10-сы йыр

8. «Улар минең исемемде изгеләндерер»

(15 мин.). Фекер алышыу.

Эден баҡсаһында Шайтан Алланың исеменә яла яға башлаған. Шул ваҡыттан алып һәр кеше һәм һәр фәрештә бик мөһим һайлау алдында тора: Алланың исемен изгеләндерергәме, әллә юҡмы?

Шайтан Йәһүә тураһында ҡот осҡос ялған тарата. Мәҫәлән, ул барыһын да, Йәһүә — аяуһыҙ хаким, тип ышандырырға тырыша (Бш 3:1—6; Әп 4:18, 19). Ул, Йәһүәгә хеҙмәт итеүселәр ысынында уны яратмай, тип әйтә (Әп 2:4, 5). Шайтан хатта миллионлаған кешене, Барлыҡҡа килтереүсе юҡ һәм тирә-яҡтағы тәбиғәт, бөтә тереклек үҙенән-үҙе барлыҡҡа килгән, тип ышандырған (Рм 1:20, 21).

Һеҙҙә был ялған ниндәй хистәр уята? Моғайын, һеҙҙең Йәһүә яғына баҫырға теләк тыуалыр. Йәһүә уның исемен изгеләндереүгә үҙ өлөшөн индерергә теләгән кешеләр буласағын инде күптән белгән (Иш 29:23). Беҙҙең һәр беребеҙ нимә эшләй ала?

  • Башҡаларға Йәһүә тураһында белергә һәм уға ҡарата яратыу үҫтерергә ярҙам итегеҙ (Ях 17:25, 26). Уның барлығын раҫлаған дәлилдәр килтерергә һәм матур сифаттары тураһында һөйләргә әҙер булығыҙ (Иш 63:7).

  • Йәһүәне бөтә йөрәгегеҙ менән яратығыҙ (Мф 22:37, 38). Йәһүәнең әмерҙәренә тыңлаусан булыу беҙгә файҙа килтерә. Әммә беҙҙе Йәһүәне һөйөндөрөү теләге лә тыңлаусан булырға дәртләндерергә тейеш (Ғһ 27:11).

«Мөхәббәт барыһын да еңә. Мәктәптәге ауырлыҡтар» тигән ВИДЕОЯҘМАНЫ күрһәт. Шунан һуң тыңлаусыларыңдан һора:

  • Ариэль һәм Диего Йәһүәнең исемен нисек яҡлаған?

  • Уларҙы Йәһүәне яҡларға нимә этәргән?

  • Һеҙ уларҙан нисек өлгө ала алаһығыҙ?

9. Йыйылыш менән Изге Яҙманы өйрәнеү

Йомғаҡлау һүҙе (3 мин.) | 90-сы йыр һәм доға